Мәғлүмәт еткереү генә төп маҡсат түгел, уның әһәмиәтен аңлатыу мөһим. Радий Хәбиров “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы коллективы менән осрашып аҙнаның ете көнөндә тәүлек әйләнәһенә эшләп айына 3 мең төрлө яңылыҡ тураһында хәбәр иткән журналистарға рәхмәт белдерҙе.Республика башлығы агентлыҡтың уңышлы үҫеше өсөн мөһим тәҡдимдәр көтә. Конференц-холл залын яңыртып ҡороу планлаштырыла, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары араһында лидерлыҡты һаҡлап ҡалыр, мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙә алдынғы йүнәлештәр һәм яңы ысулдарға өлгәшер өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр талап ителә. Шул иҫәптән кадрҙар менән тулыландырыу өлкәһендә. Республика башлығы Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчевҡа “Башинформ” менән берлектә мәғлүмәт агентлығын артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр туплап тапшырырға ҡушты. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса “Башинформ” агентлығы сайтын ай һайын 7 миллионға яҡын уҡыусы асҡан. Агентлыҡтың социаль селтәрҙәге төркөмдәренә 650 меңдән ашыу кеше ҡушылған. “Башинформ” Волга буйы федераль округында дәүләт мәғлүмәт саралары араһында алдынғы урындарҙан ҡалмай. Үткән йылдан агентлыҡ киң мәғлүмәт саралары менән берҙәм административ панелдә эшләй. Сайттың биҙәлеше яңыртылған. Быйыл махсус проекттарҙы артабан үҫтереү көтөлә, мәғлүмәт агентлығы үҙенең видео төркөмөн ойошторорға ниәтләй.Мәғлүмәт агентлығында оҙаҡ йылдар эшләгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Республика башлығы дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сирек быуат ғүмерен яңылыҡтар һөнәренә арнаған Алик Шакиров “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнде.
Радий Хәбиров “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы коллективы менән осрашты
Радий Хәбиров “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы коллективы менән осрашты