22 майҙа Башҡортостанда берҙәм һайлау көнө уҙғарыла

Тулыраҡ: 22 майҙа Башҡортостанда берҙәм һайлау көнө уҙғарыла

Унда Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар билдәләнә. Праймериз алдан һайлау тигәнде аңлата. Уның маҡсаты – сәйәси фирҡәнән бер кандидатты билдәләү. Рәсәйҙә бындай кампания 2007 йылдан алып уҙғарыла. Быйыл Башҡортостандан 107 кандидат теркәлде. Улар тәүҙә халыҡтың ышанысын яуларға тейеш. Был маҡсатта праймериз алдынан кандидаттар араһында дебаттар ойошторола. Йәғни, һайлауҙа ҡатнашҡандар урында кешеләр менән осраша. Праймериз көнөндә Башҡортостан буйынса 678 һайлау комиссияһы эшләйәсәк.