Радий Хәбиров Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге буласаҡ күркәм ял урынында халыҡ менән осрашты. Быйыл ҡар иреп бөтөү менән бында эшселәр яһалма һыу ятҡылығы тирәһен төҙөкләндерә башларға йыйына. Ҡыр өйрәктәре был күлде күптән үҙ иткән. Һыуы йылы, ҡышын да туңмай, емгә килгәндә – өҙөклөктәр юҡ – йомарт кешеләр яр буйында йыш ҡунаҡ. Бигерәк тә балалар ҡоштарға хәстәрлек күрһәтә. Амелия әсәһе менән был юлы Йылы күлде төҙөкләндереү йәһәтенән үҙ тәҡдимдәрен индерергә тип Республика башлығы менән осрашыуға килгән. Берҙәм Рәсәйҙең “Халыҡ программаһы” проекттарҙы бойомға ашырғанда ошо обьектты туранан-тура файҙаланған халыҡтың фекерен мотлаҡ иҫәпкә ала. Балалар, оло йәштәгеләр, сәләмәт тормош яҡлылар, төрлө һөнәр менән мауығыусандар – һәммәһенең теләге мөһим.Йылы күлде буласаҡ олимпия чемпиондары ла ҡулланырға теләй. Байдарка һәм каноэ ишкәкселәре яһалма һыу ятҡылығында Рәсәй спортсылары менән бергә даими күнегеүҙәр ойошторорға иҫәп тота. Инорс халҡы ял итергә яратҡан урынды матурлау тураһында тиҫтә йылдан ашыу уйланабыҙ, бары хәҙер, төҙөкләндереү проектын бойомға ашырыр сара табылды, ти “Ҡала мөхите” проектының федераль координаторы Павел Качкаев. Йылы күл эргәһендә йәмәғәт биләмәһен ҡороу мәсьәләһе буйынса фекер алышыуҙар йыл ярым дауам итте. Беренсе семинарҙа уҡ төҙөкләндереү проекттарын бойомға ашырыр өсөн халыҡтан “техник задание” алынған. Төп маҡсат – күл тирәләй тәбиғи һауыҡтырыу мөхитен һаҡлап ҡалыу. Урындағы экосистеманы уңайлы ҡала мөхите менән байытыу. Йылы күле буйында йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге ҡарала. Яр буйында пикник һәм пляж урындары, арыраҡ велосипедсы һәм йәйәүле һуҡмаҡтары, эттәр менән йөрөү һәм уларҙы тәрбиәләү өсөн майҙансыҡтар ҡороу тураһында тәҡдимдәр бар. Былар төҙөкләндереү эштәренең икенсе өлөшөндә көтөлә. Беренсе этап эштәре иһә быйыл башлана.2022 йыл аҙағына тиклем Мушников урамынан Йылы күлгә илткән Баландин бульварын төҙөкләндереү йөкләмәһе ҡуйылған. Төҙөүсе ойошмалар һайлап алынған, эштәр күләме асыҡланған. Республика башлығы проектты бойомға ашырыуҙың иң ҡатмарлы ике яғын билдәләй. Берҙәм Рәсәй сәйәси фирҡәһенең төбәк бүлексәһе халыҡтан Йылы күл буйын төҙөкләндереүгә ҡағылған 214 меңдән ашыу тәҡдим ҡабул иткән. Эштәрҙең беренсе өлөшөнә генә 191 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән, шуның 178 миллиондан ашыуы — федераль сығанаҡтарҙан. Инорс биҫтәһен биҙәр сағыу ял урынын төҙөүселәр Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына бүләк итергә әҙерләнә.
Йылы күл буйында йылы аралашыу
Йылы күл буйында йылы аралашыу