Башҡортостанда махсус күрһәтмәгә тиклем күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәрелмәйәсәк. Был ер шарында коронавирустың яңы штамы омикрон таралыуға бәйле. Әле үк табиптар уның менән бик күп кеше ауырыясаҡ, тип иҫкәртә. Омикрон таралыу сәбәпле медицина учреждениеларында койкалар резервын күҙ уңында тоторға, дарыуҙар запасын әҙерләргә, йәнә ирекмәндәр штабының эшен йәйелдерергә, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә контролде көсәйтергә ҡушылды. Омикрон башҡа штамдарға ҡарағанда, 4-7 тапҡырға тиҙерәк тарала. Шуға ла табиптар кеше күп йөрөгән урындарҙа мотлаҡ социаль дистанция һаҡларға, аралашыуҙарҙы сикләргә саҡыра. Белгестәр киләһе ике аҙнала омикрон ил буйынса тараласаҡ, ти иҫкәртә.
Хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә ҡушыла
Хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә ҡушыла