Ябыҡ биналарҙа коронавирустың “омикрон” штамын йоҡтороу хәүефе тағы ла арта. Был турала Өфө ҡала хакимиәтендә үткән ултырышта табиптар һөйләне. Баш ҡала халҡын борсоған башҡа һорауҙар ҙа күтәрелде. Коронавирустан коллектив иммунитет булдырыу өсөн Өфө халҡының 95 проценты вакцинация үтергә тейеш. Әлегә был күрһәткес 94,4 процент. Һуңғы тәүлектә COVID-19 менән зарарланыуҙың 60-тан ашыу яңы осрағы теркәлгән. Үткән аҙнала киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм пневмония менән сирләүселәр һаны ла артҡан. Коронавирустың яңы штамы - “омикрон” тураһында интернет селтәрендә һәм халыҡ араһында мәғлүмәттәр күп, иң мөһиме уларҙың дөрөҫлөгө, тине үҙ сығышында ҡала етәксеһе Сергей Греков. Белгестәр уның симптомдары менән таныштырҙы. Омикрон башҡа штаммдарға ҡарағанда 5 тапҡырға шәберәк күсә. Хатта битлек кейеү ҙә, сирле менән бер бүлмәлә оҙайлы ваҡыт бергә булырға тура килгәндә, зарарланыуҙан һаҡлай алмауы ихтимал. Уның тәүге симптомдары киҫкен респиратор вируслы инфекцияныҡына оҡшаш. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 5 йәшкә тиклемге балаларҙың омикрон йоҡтороу хәүефе ныҡ юғары булыуы тураһында иҫкәртә һәм хәүеф төркөмөнә инеүселәрҙе атай – улар генетик һәм неврология, ҡан-тамырҙары-йөрәк ауырыуҙары, тыумыштан йөрәк сире менән, һимереүҙән яфаланыусылар, астма, шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылған сирлеләр һәм бер йәше тулмаған сабыйҙар. Аҙ ғына симптомдар күҙәтелгәндә мотлаҡ өйҙә ҡалырға, бүлмәне елләтергә кәңәш итә табиптар.Сергей Греков ойошма-предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәре өлөшләтә ситтән тороп эшләүгә күсереү алымдарын барларға ҡушты. “Омикрон” таралыуҙы сикләү өсөн кеше күп йөрөгән сауҙа, ял үҙәктәрендә контроль дә көсәйтелә.Үткән аҙнала Өфөнөң коммуналь хеҙмәте муллап яуған ҡар менән көрәште. Ярҙамға баш ҡаланың бер нисә ойошмаһы ла үҙ техникаһын сығарҙы. Шулай ҙа һөҙөмтә һөйөнөрлөк түгел. Ҡарҙы таҙартып өлгөрмәүҙең бер сәбәбе – ул хеҙмәткәрҙәрҙең етешмәүенән. Штат әлегә 60 процентҡа ғына тулы. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәрергә бойорғайны. Эшсе ҡулдар етешмәүе – бер, ҡала урамдарынан ҡарҙы сығарып өлгөрмәүҙең икенсе мөһим сәбәбе – техник базаның иҫкереүе. Өфөнө төҙөкләндереүгә тәғәйен баланста 522 берәмек коммуналь техника иҫәпләнә. Шуның 339-ы бөтөнләй эшкә яраҡһыҙ. Ә ҡаланы ҡарҙан яҡшылап таҙартыу өсөн тәүлегенә 2 меңдән ашыу техника талап ителә.Ҡала халҡы ла ҡарҙы таҙартыуҙан ситтә ҡалманы, 20 меңдән ашыу кеше көрәктәр алып торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға сыҡты. Шәмбе өмәһендә 10 млн кв/м майҙандан 16 129 кубометр ҡарҙы 951 рейс менән сығарғандар. Өмәләр балалар өсөн уйындар, йыр-бейеү, сәй эсеү менән оҙатылған. Сергей Греков уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.Был көндәрҙә лә Өфөнө ҡырҡа үҙгәреүсән һауа торошо көтә. Быйылғы ҡышта һауа температураһының берсә төшөп, берсә күтәрелеүе һәм яуым-төшөмдөң мул булыуы фаразлана. Ҡала мөхитен яҡшыртыу ҙа мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Был юҫыҡта Өфөлә йәмәғәт мөрәжәғәте тупланған. 16 меңдән ашыу мөрәжәғәттең күбеһе ҡала транспортын көйләү һәм баш ҡаланы төҙөкләндереүгә бәйле. 2021 йылда төҙөлөш эше йылдам барҙы. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда ҡулланыуға тапшырылған торлаҡ кимәле күп тапҡрыға артҡан. Баш ҡала етәкселәрен тынғыһыҙ аҙна көтә. Тулы локдаун индерелерме? Был һорау өфөлөләрҙе лә борсой. Яңылыҡтарҙы хәбәрҙәр сығарылышында күҙәтеп барығыҙ.
Тынғыһыҙ аҙна йәки тулы локдаун индерелерме?
Тынғыһыҙ аҙна йәки тулы локдаун индерелерме?