Берәҙәк эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?

Берәҙәк эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?

Йәнә берәҙәк эттәр ҡала халҡын ҡурҡыта. Декабрҙә 13 йәшлек ҡыҙҙы тешләгәйне. Алған тән-йәрәхәттәре арҡаһында ул 21 көн дауаханала ятып сыға. 13 йәшлек Вика Кучерина ул көндө ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Теүәл бер ай элек уға урамда бер өйөр берәҙәк эттәр ташлана. Ҡыҙҙы шунда уҡ дауаханаға алып баралар. Эттәр һөжүм итеү һөҙөмтәһендә ул күреү һәләтен юғалта яҙа. Виканың һулаҡай күҙе һәм аяғы йәрәхәтләнә. Бер-нисә километр радиуста ике дүрт ҡатлы йорт, келәттәр, ташландыҡ завод һәм сәнәғәт биләмәһе урынлашҡан. Ошо сюжетты төшөргән ваҡытта ғына беҙҙең ижади төркөмгә өс берәҙәк эт тап булды. Производственная урамында йәшәүселәр һүҙҙәренсә, Викаға тиклем был урында эттәр шулай уҡ 9 йәшлек баланы талаған. Өфөнөң коммуналь хужалығы идаралығынан белдереүҙәренсә, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр һыуыҡ көндәр етеү менән эттәрен урамда ҡалдыра. Производственная урамында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдән һуң ғына 15 берәҙәк эт ауланған. Урындағы халыҡ иһә киләсәктә ҡала хакимиәте өйөр-өйөр йөрөгән эттәргә ҡарата етди саралар күрер, тип ышана.