Йәшел акция сиктәрендә республикала яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә йыя башланылар. Быйыл байрам ағастарын башҡалала 15 урында ҡабул итәләр. Экологик акцияға Башҡортостандың бер-нисә районы ла ҡушылды. Шыршыны биҙәү генә түгел, байрамдан һуң уйынсыҡтарҙы йыйыу ҙа Рабогошвили ғаиләһе өсөн йолаға әйләнгән. Ҡупшыҡайҙың башындағы тәтәйҙе алыу, ғәҙәттәгесә, ғаиләнең иң кесе ағзаһына йөкмәтелә. Әлбиттә, атайҙың ярҙамы менән. Сәнскеле энәләрҙән һаҡлаусы махсус бирсәткәләре лә бар. 15 йыл дауамында был ғаиләлә тик ысын шыршыға өҫтөнлөк бирелә. Әммә бәләкәй ҡыҙҙары Лилиәнең быға үҙенең фекере бар. Ағасты бөтә биҙәү әйберҙәренән таҙартырға, ҡойолған энәләрен һепереп алырға һәм төрөп махсус шыршылар ҡабул итеү пунктына алып барырға. “Шыршыларҙы – юнысҡыға” акцияһында ҡатнашыу өсөн талаптар ошо ғына. Ә яҡындағы ҡабул итеү пункты ла беҙҙең таныш ғаиләнең йорто эргәһендә булып сыҡты. Шыршыларҙы юнысҡыға тапшырыу Дим районының Магистраль урамы һәм Яркий биҫтәһендә ойошторолған. Калинин районының Мушников һәм Гвардия урамында ла махсус контейнерҙар тора. Совет районында Менделеев урамының 171-се, Ленин урамының, 87-се йорто янында ла ағастарҙы тапшырырға мөмкин. Киров районында йәшәүселәр байрам ағастарын 3 адрес буйынса, Һынаусылар, Кувыкин һәм Рубежная урамдарында утилгә бирә ала. Ленин районында контейнерҙарҙы Әхмәтов һәм Ирәндек урамдары киҫелешенә, шулай уҡ Ҡарағайҙар биҫтәһенә урынлаштырғандар. Октябрь районында ҡупшыҡайҙарҙы Гагарин урамы, 10 кәсер 2 һанлы йортта, Королев урамының, 17-се йорты янында , шулай уҡ ССС-ҙың 50 йыллығы урамындағы сквер яғынан «Башҡортостан» сауҙа үҙәге эргәһендә. Орджоникидзе районында Колхоз баҙары янында яңы йыл ҡупшыҡайҙарын ҡабул итәләр. Изге эш башҡар ҙа тәмле һәм файҙалы бүләк ал. Дим районының Яркий биҫтәһендә акция сиктәрендә ихата байрамы ойошторғандар. Йырҙар, бейеүҙәр һәм, әлбиттә, дәртле уйындар менән. “Шыршыларҙы – юнысҡыға” акцияһы 2018 йылдан үткәрелә. Яңы йыл байрамдарынан һуң экологик акцияла ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта ғына. Файҙалы йүнәлеш республикабыҙҙың барлыҡ райондарында ла күҙәтелә. Башҡортостанда бындай йәшел акция «Экология» милли проектын ҡеүәтләп үткәрелә. Уға ярашлы, 2024-се йылға тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың кәмендә 12 проценты яңынан эшкәртеүгә йүнәлтелергә тейеш. Ә « Шыршыларҙы – юнысғыҡа » акцияһы киләһе аҙна аҙағына тиклем дауам итә.
“Шыршыларҙы – юнысҡыға”
“Шыршыларҙы – юнысҡыға”