Сәйәхәтсе Рөстәм Сиразетдинов Альбанов музейы өсөн Арктиканан экспонаттар алып ҡайтты. Улар араһында Михаил Сомов боҙватҡысынан ҡотҡарыу күкрәксәһе, Лаптевтар диңгеҙенән диңгеҙ һыуы һәм башҡа әйберҙәр бар. Сәйәхәтсе мәктәп уҡыусылары менән дә осрашты. Сочи, Новороссийск, Керч, Севастополь, АртЕк, Смоленск, Мурманск һәм Рәсәйҙең башҡа сиктәренән тамғалар. (значки) Рөстәм Сиразетдинов уны сәйәхәт барышында алып ҡайтҡан. Араларында бүләк ителгәне лә, һатып алынғаны ла бар. Бындай тамғаларҙы хәҙер табыуы ауыр, шуға ла улар айырыуса ҡәҙерле, ти ул. “Рәсәй-2021” экспедицияһы былтыр март айында башланғайны. Сәйәхәт бер нисә этапта башҡарылған. Мәҫәлән, Сочинан Мурманскийға 7 мең км алыҫлыҡты велосипедта, Владивостоктан Байкал күленә автомобилдә, һуңынан Тыва республикаһына йәйәү барған сәйәхәтселәр. Йәмғеһе 35 меңдән ашыу километр юл үтә гиҙеүселәр. Сәйәхәт ун ай дауам итә. Шуларҙың 77 көнөн улар “Михаил Сомов” исемендәге боҙватҡыста йәшәй. Боҙватҡыста йәшәүе еңелдән булманы, шул арауыҡта ғына 44 китап уҡып бөтөлдө, ти Рөстәм Сиразетдинов. Сәйәхәттән ул өс экспонат: ҡотҡарыу күкрәксәһе, Лаптевтар диңгеҙенән диңгеҙ һыуы, сәйәхәтселәр автографтары яҙылған флаг һәм тамғалар алып ҡайтҡан. Хәҙер улар Өфөнөң Альбанов музейында һаҡлана. Был жилет та ҙур иҫтәлек булып иҫәпләнә. Ғөмүмән, сәйәхәтселәр өсөн ул һаҡланыу сараларының береһе. Бында ошондай һыҙғыртҡыс, фонарь бар. Әйткәндәй, фонарҙең яҡтылығы бер километр алыҫлыҡтан күренә. Экспонаттарҙы мәктәп уҡыусылары, сәйәхәт менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн яҡындан танышыу мөмкинлеге булдырылды. Альбанов музейында Рөстәм Сиразетдинов уларға сәйәхәт барышы, уның ыңғай һәм кире яҡтары тураһында һөйләне. Музейҙың рус география йәмғиәте мөйөшөндә сәйәхәттән алып ҡайтылған бихисап экспонаттар йыйылған. Алдағы көндәрҙә улар өсөн яңы урын булдырырға иҫәп тота хеҙмәткәрҙәр.
Альбанов музейы өсөн экспонаттар
Альбанов музейы өсөн экспонаттар