COVID-19 менән ауырығандарҙың карантин ваҡыты ҡыҫҡартыла

COVID-19 йоҡторғандар өсөн карантин ваҡытының ике аҙнанан бер аҙнаға тиклем ҡыҫҡартылыуы билдәле булды. Был хаҡта вице-премьер Татьяна Голикова Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советы ултырышында иғлан итте.

«Беҙ карантин ваҡытын ете көнгә тиклем ҡыҫҡартабыҙ, шулай уҡ тағы бер нисә үҙгәреш индерәбеҙ, яҡын арала Рәсәйҙең баш санитар табибы ошо хаҡта ҡарар ҡабул итергә тейеш», — тип яҙған РИА Новости агентлығы вице-премьер белдереүенә һылтана.

Татьяна Голикова билдәләүенсә, властар хәлде күҙәтеп бара, кәрәк булған осраҡта карантин ваҡытына ҡағылышлы төҙәтмәләр йәнә индерелә.