Яҡтар йыл һайын кәмендә берешәр уртаҡ проект тормошҡа ашырырға килеште. Республикалар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшсе төркөмдөң беренсе ултырышында Радий Хәбиров тәүге һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. Ҡаҙағстан инвесторҙары Сибайҙа ағасты тәрән эшкәртеү заводы асырға ниәтләй. Башҡорт Сода компанияһы Ҡаҙағстандағы Павлодар ҡалаһында химик кластер төҙөүҙә ҡатнаша. Әйткәндәй, Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан беренсе урында тора. 2021 йылдың 11 айында ул пандемияға тиклемге кимәлгә еткән. Ҡаҙағстан инвесторҙары географик йәһәттән яҡын урынлашҡан Урал аръяғында тиҙҙән күләмле предприятие асырға әҙер. ОСП һәм ДСП плитәләр етештереүгә улар 10 миллиард һум һалырға ниәтләй. Бында 300-ләгән эш урыны булдырыласаҡ. Әҙер продукция өсөн шул уҡ Ҡаҙағстан баҙары асыҡ.
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә күтәрелә
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә күтәрелә