Хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин тиклем ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителә

Хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин тиклем ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителә

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин эш биреүселәргә мөрәжәғәт итеп хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин тиклем ситтән тороп эшләүгә күсерергә саҡырҙы. Белгестәр киләһе ике аҙнала омикрон ил буйынса тараласаҡ, ти иҫкәртә. Эпидемиологтар «омикрон»дың төп билдәләрен атаны. Хәлһеҙлек, баш ауыртыу, һирәгерәк осраҡта еҫ һәм тәм һиҙеү һәләтен юғалтыу-төп билдәләр. Коронавирустың яңы штамы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренә оҡшаш: температура 38 градусҡаса күтәрелә, тән һыҙлай, тымау башлана, тамаҡ ҡысыта, аппетит юғала. Балаларҙың тәненә тимгелдәр сығыуы ихтимал. Күптәр ауырыуҙы еңел үткәрә, әммә «омикрон» тиҙ тарала бронхтарҙы, үпкәне зарарлай. Омикрон башҡа штамдарға ҡарағанда, 4-7 тапҡырға тиҙерәк тарала. Шуға ла табиптар кеше күп йөрөгән урындарҙа мотлаҡ социаль дистанция һаҡларға, аралашыуҙарҙы сикләргә саҡыра.