«Эпидемиологик хәл ҡатмарлаша, боҙ тауҙарына килгәндәрҙең һанын тикшереү һәм социаль арауыҡты һаҡлау мөмкинлеге юҡ», — тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.
Атап әйткәндә, 21 ғинуарҙан В.И.Ленин, С.Юлаев, Совет майҙандарында боҙ тауҙарын емереү эштәре башлана.
24 ғинуарҙан яңы йыл ҡаласыҡтарын, байрам шыршыларын һәм иллюминацияларын алып ташлау планлаштырыла.