Биатлонсы Антон Бабиков Донъя кубогы этабында еңеү яуланы

Рәсәй биатлонсыһы, Өфө егете Антон Бабиков Донъя кубогының етенсе этабы барышында 20 саҡрымға шәхси уҙышта еңеү яуланы. Ярыштар Италияла бара.

30 йәшлек спортсы кубок ярыштарында икенсе тапҡыр еңеүсе дәрәжәһен алды. 2016/17 йылдар миҙгелендә Швецияла эҙәрлекләү ярышында ла ул беренсе урынды алғайны.

Бабиков быйылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыу резервында тора.