Республикала 28 градусҡаса һалҡынайта

Киләһе тәүлектә Башҡортостанда температура -28 градусҡаса түбәнәйә. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башгидрометүҙәк мәғлүмәтенә һылтанып хәбәр итте.

22 ғинуарға ҡарай төндә термометр бағанаһы -18 күрһәтә, көндөҙ -7,-12 градусҡа тиклем күтәрелә, тип фаразлана.

Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртәнсәк томан төшөүе ихтимал, тип иҫкәртте ҡотҡарыусылар.

Шәмбе Өфөлә елдең тиҙлеге секундына 8 метрға етеүе мөмкин, төндә һауа температураһы -14,-16, ҡала ситендә -18,-20, көндөҙ -8,-10 градус һыуыҡ булыр тип көтөлә.