Студент көнөндә күмәк саралар үткәрелмәй

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Башҡортостанда быйыл 25 ғинуарҙа Студенттар көнө уңайынан күмәк кеше ҡатнашҡан саралар уҙғарылмай. Барыһына коронавирусла инфекцияға бәйле хәл сәбәпсе.

«Коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, беҙ күмәк саралар ойошторорға ярамай тигән ҡарар ҡабул иттек. Шуға ҡарамаҫтан, студенттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, күреүегеҙсә, уҙған йылдарҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр бында ҡалһын өсөн байтаҡ эш башҡарылды, үҙебеҙҙең ғилми-белем биреү үҙәктәрен үҫтереү, кампус йәһәтенән яҡшы перспективалар бар. Ҡәҙерле студенттарыбыҙға уңыштар теләйем», — тине республика етәксеһе.