«24 мәктәптә 36 класс өйҙән уҡыуға күсерелде, — тип билдәләне ведомство вәкиле. — Сирлеләрҙең күбеһе Өфөлә. Роспотребнадзор менән эшләйбеҙ һәм балаларҙы өйҙән уҡыуға күсерәбеҙ. Балалар баҡсаларына килгәндә, хәл тыныс».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика халҡына үҫмерҙәрҙе вакциналау мөһимлеген аңлатырға кәрәк.
«Тәүге аҙнаны эш режимында үткәрҙек. Артабан да шулай дауам итербеҙ», — тине республика етәксеһе.