Башҡортостанда диспансеризация туҡтатылды

Башҡортостанда диспансеризация туҡтатылды

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле диспансеризация туҡтатылды. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Диспансеризацияны ваҡытлыса туҡтатыу көстәрҙе тупларға һәм сиргә ҡаршы һөҙөмтәлерәк көрәшергә ярҙам итәсәк. Радий Хәбиров был ҡарарҙы хупланы. Коронавирус менән сирләүселәр буйынса графикта ҡыя һыҙыҡ йәнә өҫкә табан йүнәлеш алды. “Омикрон” штаммы тиҙ таралыусан икәнлеге алдан билдәле ине, шуға ла төбәк уны әҙерлек менән ҡаршыларға тырыша. Койкалар һаны 2 мең 200-гә еткерелгән, әлегә 60 проценты ғына ҡулланыла. Сикләү, контроль көсәйтелгәнгә аҙна ваҡыт үтте, хәл тотороҡло тип баһаланды Оператив кәңәшмәлә, шулай ҙа һандар уйланырға мәжбүр итә. Бер аҙна эсендә беренсел медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәр 38 процентҡа артҡан. Шунлыҡтан диспансеризацияны туҡтатып торорға тәҡдим ителде. Медициналағы кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен республикала йәш белгестәр ярҙамында хәл итәсәктәр. Бөгөндән Башҡорт дәүләт медицина университетында сығарылыш курс студенттары өсөн имтихандар тамамлана, уларҙың күпселеге иртәгәнән поликлиникаларға, шулай уҡ район дауаханаларына эшкә юллана. Табиптарҙы бөгөн бер Омикрон ғына борсомай, аҙна эсендә генә ОРВИ һәм ГРИПП йоҡтороусылар һаны кинәт артҡан. Улар араһында балалар күп. Әлеге көндә 24 белем усағында 36 класс онлайн уҡыуға күсерелгән. Уҡыусылар араһында коронавирус осраҡтары ла бар. Әйткәндәй, республикаға ошо көндәрҙә үҫмерҙәр өсөн вакцинаның тәүге партияһы ҡайтарыла. “Спутник М” 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға иҫәпләнгән. Радий Хәбиров йәш быуынды ла мәкерле сирҙән һаҡлау сараларын башларға ваҡыт тине. Оператив кәңәшмәнең күпселек өлөшө һаулыҡ һаҡлауға бәйле мәсьәләләрҙән ҡоролғайны. Тармаҡты цифралаштырыу хаҡында вице-премьер Максим Забелин яуап тотто. Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан электрон форматҡа күсеү буйынса беренсе урында килә, бының өсөн федераль бюджеттан бүленгән аҡсалар ҙа иң күләмле – 2,4 миллиард һум. Һөҙөмтә булараҡ хәҙер табипҡа яҙылыу, өйгә саҡыртыу, вакцинацияға бәйле бөтә мәғлүмәт, коронавирусҡа тест һөҙөмтәләре, эшкә яраҡһыҙлыҡ, йәғни больничный... былар барыһы ла интернетта йә кеҫә телефонында. Уның өсөн сират баҫып торорға кәрәкмәй. Радий Хәбиров тармаҡтағы тағы бер мәсьәләне дөйөм йәмәғәтселеккә сығарып һалды. Ул ФАП-тарҙы кадрҙар менән тәьмин итеү. Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу темаһына туҡталып кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, тәү сиратта, дөрөҫ туҡланыу мәсьәләһен сығарҙы. Был тәңгәлдә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр менән дә уртаҡлыҡ табырға кәрәк. Үҙебеҙҙең сифатлы продукция үҙ өҫтәлдәребеҙҙә ятырға тейеш. Бигерәк тә балалар туҡланыуына айырым иғтибар. Бөгөн унда тәртип булдырылған, белем усаҡтарына килтерелгән продукция сифатлы, стандарттарға ярашлы бешерелә, әммә балалар уны яратып ашамай. Сөнки парҙа бешерелгән бөтәһенә лә оҡшамай тиелде кәңәшмәлә. Шуға күрә балаларҙы өйҙә дөрөҫ туҡландырыу химикаттар менән тәмләтелгән ризыҡҡа өйрәтмәү мөһим. Мөһим булған мәсьәләләрҙең береһе йәнә лә карьерҙар. Ҡырмыҫҡалы районында законһыҙ ҡом сығарыу менән башланған көрәштең бөгөн тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Кемдәрҙең лицензияһы юҡ карьерын япҡан, ғәҙел эшләргә тырышҡандары менән уртаҡ тел табылған. Ошо уҡ эште Белорет, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында ла дауам итергә кәрәк тине Радий Хәбиров. Һуңғыһында алтын йыуыусылар менән урындағы халыҡ араһында низаҡтар әленән әле тыуып тора. Республика етәксеһе вице-премьер Азат Баҙранов етәкселегендәге Файҙалыҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеген яҡшы билдәһе менән телгә алды. Яҡшы итеп башҡараһы эштәр Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү буйынса эшсе төркөм алдында ла тора. Радий Хәбиров ике аҙнанан юбилейға төҙөләсәк объекттар буйынса документ эштәрен барлап ҡуйырға, ә көндәр йылыта башлау менән төҙөлөштө башларға ҡушты.