Өфөлә ҡырҡҡа яҡын күп ҡатлы йорт эҫе һыуһыҙ ҡалған

Өфөлә ҡырҡҡа яҡын күп ҡатлы йорт эҫе һыуһыҙ ҡалған

Баҡтиһәң, был йорттарҙы бер кем дә хеҙмәтләндермәй, ә һыуҙы йылытыусы ҡоролма эшлектән сыҡҡан. Милекселәр хәҙер торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышты ҡануниәт нескәлектәрен өйрәнергә мәжбүр, сөнки бер кем дә ғәйепте үҙ өҫтөнә алырға теләмәй. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Илфак Кәүиевтың һәр көнө һыу йылытыуҙан башлана. Илфак Кәүиев был йортта тиҫтә йылдар йәшәй, бындай хәлгә тәүге тапҡыр тарыһа ла, ыңғай яҡын эҙләргә тырыша, үҙ аяҡтарымда йөрөй алам, тип шатлана.Ошо уҡ йортта йәш балалары булған, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә йәшәй. Йылы һыуҙың булмауына бер айҙан артып киткән, ә ҙур ғаилә өсөн көн һайын һыу йылытыу, һуңынан ванна бүлмәһенә сиратҡа тороу бигерәк ҡыйынға тура килә. Орджоникидзе районындағы Блюхер, Николай Кузнецов, Октябрь Проспекты, Дан Бульвары урамдарындағы йорттарҙа йәшәүселәр тамам аптыраған. Көн һайын һыу йылытыу ҙа өҙтәлмә сығымдар талап итә, хаҡлы ялдағылар, ишле ғаиләләр өсөн был хәл ныҡ ҡиммәткә төшә, тип зарлана улар.Яңы йыл алдынан йылы һыуһыҙ ҡалған 40 йорт әлегә тиклем интегә. Тамам аптыраған халыҡ кемгә мөрәжәғәт итергә, ҡайҙа барырға ла белмәй. Халыҡ был мәсьәлә менән идарасы компанияға, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа мәрәжәғәт иткән. Тик һөҙөмтә юҡ.Торлаҡ-хужалыҡ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һыуҙы йылытыу ҡоролмаһына юшҡын ултырған, шуға күрә йылы һыу менән мәсьәлә килеп сыҡҡан да инде. Был эште йылылыҡ пунктарын хеҙмәтләндереүсе компания башҡарырға тейеш, тик ул күп йорттарҙа юҡ. Орджоникидзе районы торлаҡ-хужалыҡ идаралығы етәксеһе белдереүенсә, компания фатир хужалары менән йыйылыш үткәреп, йылытыу пунктын йорт балансына күсереү кәрәклеген аңлата башлаған. Бының өсөн дөйөм йорт мөлкәтенә кеүек түләнәсәк. Әлбиттә, был яңылыҡты халыҡ өнәп бөтмәй.