Өфөлә “Самрау” нәшриәте эшләп килә. Уның етәкселәре-башҡорт егеттәре милли баҫманы үҫтереүгә көс һала: башҡорт календарҙәре, баннер, билеттар, брошюралар, китаптар баҫтыра. Сираттағы стенд ябай түгел. Мәктәп уҡыусылары башҡорт милли аштары, ҡоралдары, арҙаҡлы шәхестәре һәм башҡа мәғлүмәттәр менән стендта күрһәтелгән куар код аша инеп таныша аласаҡ. Бер нисә көндән ул әҙер була, ти дизайнер. Ғүмеренең егерме йылын ошо һөнәргә бағышлаусы Әлфиә Дәүләтова был эштә иң мөһиме-заказ биреүсенең ҡәнәғәт ҡалыуында, ти.Төрлө афиша, брошюралар, журнал-гәзит, китап, баннер, билет. Быларҙың барыһын да “Самрау” нәшриәтендә эшләтергә мөмкин. Көнөнә бер нисә заказ ҡабул итәбеҙ, ти улар. Урында бөтәһе 12 хеҙмәткәр көс түгә. Эш бында бер минутҡа ла туҡтамай. Бер материал әҙер булғас, шунда уҡ икенсеһенә тотона улар. “Башҡортостан” Дәүләт теле һәм радиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре менән эшләнелгән календарь ҙа тиҙҙән хужаларына оҙатыласаҡ. “Самрау” нәшриәтендә ундан ашыу ҡорамал. Календарҙе, мәҫәлән, бер ҡорамалда баҫтырһалар, икенсеһендә ҡырҡалар. Бер көн эсендә 150-200 календарь баҫтырып сығарырға мөмкин. Шулай уҡ билдәле яҙыусыларҙан тыш, һуңғы арала ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһынып, уларҙы өйрәнеп, китап сығарыусылар күбәйҙе. Бигерәк тә Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил яҡтарында йәшәүселәр ижади емештәрен баҫтырыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә.Китап тиражына ҡарап 3-4 көн эсендә тулыһынса әҙер була. Ғөмүмән, бер айҙа кәмендә биш төрлө китап баҫтырылып сыға. Әйткәндәй, милли баҫма менән шулай уҡ белемле телселәр, әҙәбиәтселәр хеҙмәттәшлек итә. Хәҙерге ваҡытта төрлө яҙыулы, һүрәтле кейемдәр модала, тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, мин кейгән футболка ошондай орнаменттар менән биҙәлгән. Шулай уҡ “Өфө”, “Башҡортостан” тип баҫтырылғандары ла бар.“Самрау” нәшриәте 2015-се йылдан алып эшләй. Ошо арауыҡта күп уңыштарға ирешеп булды, ти улар. Шәхси милли баҫманы артабан да үҫтерергә мөмкинлектәр бихисап. Башҡорт телендә башҡа материалдар ҙа уйлап сығарыу – төп бурыстарҙың береһе.
Тәүәккәлдәр заманы
Тәүәккәлдәр заманы