Хәҙер тоннель аша урындағы эшселәр махсус техникала бер остан икенсеһенә йөрөй ала. Бынан тыш, трассала һәм төбәктә иң оҙон эстакада менән тоташҡан күперҙә эш ҡайнай. Башҡортостандың транспорт өлкәһендә һуңғы йылдарҙағы иң ҙур проекты — Көнсығыш сығыу юлында эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Хәҙер ярҙың бер яғынан икенсеһенә тоннель аша машина менән барып етергә мөмкин. Тик был мөмкинлек менән әлегә эшселәр генә файҙалана ала.Тоннель эсе иркен, ти эшселәр. Техника үтеп инә алғас, эш тә күпкә еңеләйгән. Тоннелде артабан ҡаҙыуҙан тыш, эшселәр арматуранан каркастар ҡуйыу менән мәшғүл.Тоннелдең аҫҡы һәм өҫкө яғы төҙөлә, ер тоҡомдарын нығытыу өсөн бағаналар ҡуйыла, төньяҡ тоннелгә гидроизоляциялау ҡоролмалары, күпергә быраулап ҡуйыла торған свайҙар урынлаштырыла. Шулай уҡ тоннель арауыҡтарын ябыу буйынса эштәр дауам итә. Бында һәр 300-400 метр һайын ишектәр булдырыласаҡ. Күренеүенсә, эш ҡайнай, тип әйтергә мөмкин. Әгәр ҙә юлда берәй автомобиль янып китһә, водитель һәм пассажирҙар ошо ишектән икенсе яҡҡа сыға аласаҡ. Әйткәндәй, ул беҙ өйрәнгәнсә беҙҙең яҡҡа йәки киреһенсә түгел, ә һулдан уңға табан асыласаҡ. Ер аҫтындағы эштәргә генә 50-гән махсус техника, 600-ләп эшсе йәлеп ителгән. Улар ике сменала эшләй. Ер аҫтында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлә. Һауа етһен өсөн елләткестәр ҡуйылған, техника һәр смена һайын йыуыла. Проект сиктәрендә тоннелдән тыш, күпер менән эстакада, М5 трассаһына тиклемге автомобиль юлында ла төҙөлөш эштәре дауам итә. Күперҙә, мәҫәлән, свайҙар урынлаштырылған, эстакада нигеҙе әҙер.Көнсығыш сығыу юлы әҙер булғас, М5 трассаһы аша Өфөгә инеүсе водителдәр юлын дүрт йүнәлеш буйынса дауам итә аласаҡ. Икеһе М7 трассаһына барып сыҡһа, тағы ла икеһе Салауат Юлаев проспектына илтә. Көнсығыш сығыу юлының оҙонлоғо план буйынса 14 саҡырымға яҡын.
Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш эштәре 40 проценҡа әҙер
Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш эштәре 40 проценҡа әҙер