Бөгөндән Башҡорт дәүләт медицина университетында сығарылыш курс студенттары поликлиникаларға, шулай уҡ район дауаханаларына эшкә юллана. Табиптарҙы бер “омикрон” ғына борсомай, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар, ГРИПП йоҡтороусылар һаны кинәт артҡан. Улар араһында балалар күп. Уҡыусылар араһында коронавирус осраҡтары ла бар. Әйткәндәй, республикаға ошо көндәрҙә үҫмерҙәр өсөн вакцинаның тәүге партияһы ҡайтарыла. “Спутник М” 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға иҫәпләнгән. Быға тиклем яңы коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле Башҡортостанда диспансеризация туҡтатылғайны.
Студенттар поликлиникаларға, дауаханаларға эшкә юллана
Студенттар поликлиникаларға, дауаханаларына эшкә юллана.