Ике ай элек Учалы ҡалаһында Нияз Муллағәлимовтың һуҡыр эсәгенә операция яһағандан һуң, егет ауыр хәлдә ҡалды. Әле ул яҙмышына битараф булмаған кешеләр ярҙамы менән Мәскәүҙә дауаланыу курсы үтә. Һөйләшә алмаһа ла аңлай. Яҡындарын күрһә, егет тыйыла алмай илай башлай. 18 йәшлек шап-шаҡтай улының Учалы ҡалаһына эшкә киткән еренән дауаханаға эләгеп, ошондай хәлгә ҡалыуын әсә кешегә күреүе икеләтә ауыр. Нисек кенә ҡыйын булһа ла ... үҙен ҡулда тоторға тырыша.Мәскәүҙә дауаланыу Нияздың хәленә ыңғай йоғонто яһай. Яңы йыл байрамдарына ҡайтҡанда улым үҙе ашай, яйлап атлай башлағайны, тип һөйөнә әсә кеше. Ниязды хәҙер кескәй балаларҙы өйрәткән кеүек атларға, ҡалаҡ тоторға, хәрефтәрҙе яҙырға, төҫтәрҙе айырырға, өндәрҙе әйтергә өйрәтәләр.Дауаханала Нияз үгәй атаһы – Илсур Рәхмәтуллин ҡарамағында. Өндәрҙе әйтергә өйрәнеү, егет өсөн иң ауыры. Көндән-көн уға бирелгән эштәр ҡатмарлаша, беренсе ыңғай үҙгәрештәр ҙә күренә. Уның менән бергә күңелдә өмөт сатҡыһы ла уяна, ти Илсур.Нияздан башҡа йортта береһенән-береһе кесе биш бала, иң кесеһенә йәш ярым ғына. Уларҙы ла тәрбиәләргә кәрәк. Нияздың артабанғы тормошона битараф булмаған изге күңелле кешеләргә Фәрзәнә Рәхмәтуллинаның рәхмәте әйтеп бөткөһөҙ.Йортҡа ҡайтҡас та күнекмәләрҙә туҡтатмаҫҡа, көн һайын шөғөлләнергә кәңәш итә табиптар. Тик Нияздың ҡасан дауахананан сығыуы ғына билдәһеҙ. Әлегә яҡшыға өмөтләнергә, Ниязға һәм уның яҡындарына түҙемлек теләргә генә ҡала.
Егет ни өсөн тыйыла алмай илай?
Егет ни өсөн тыйыла алмай илай?