Республиканың Милли архивында күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды.Экспозиция Рәсәй Президенты Указы менән иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә әҙерләнгән. Заһир Ғарип улының тәүге музыкаль тәжрибәһе башҡорттарҙың яратҡан музыка ҡоралы – ҡурай менән бәйле. Билдәле актер Арыҫлан Мөбәрәков йәш егеттең уйнауын ишетеп уны Башҡорт драма театры эшендә ҡатнашырға саҡыра. Заһир Исмәғилевтың тормошонда тағы ла бер һынылыш мәл танылған башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исеме менән бәйле. Заһир Исмәғилев милли опера, камера-вокал, хор һәм инструменталь музыка үҫешенә тос өлөш индерә. Ул Заһир Исмәғилев рус романс һәм көнкүреш йыр йолаларын үҫтереүсе алдынғы композитор-оҫталарының береһе була. Композиторҙың әҫәрҙәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡарыла. Уңышлы ижадын Заһир Исмәғилев күп яҡлы йәмәғәт эшмкәрлеге менән бергә алып бара. Заһир Исмәғилев 2003 йылдың 30 майында, 87-се йәшендә, оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була.
Композитор Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 105 йыл
Композитор Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 105 йыл