Күмертау ҡалаһында күпләп кешене үлтереү эшенә нөктә ҡуйылды

Тулыраҡ: Күмертау ҡалаһында күпләп кешене үлтереү эшенә нөктә ҡуйылды

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында хөкөм ҡарары иғлан ителде. Сергей Букаев та, Константин Сурков та ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителде. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, бер төркөм йәштәр ике бүлмәле фатирҙа ҡунаҡ ойоштора. Иҫереп алған Сергей Букаев 22 йәшлек егеткә телефонын урлауҙа ғәйепләп бәйләнә башлай. Ыҙғыш ваҡытында ул бысаҡ менән ҡунаҡтың муйынына ҡаҙай, шулай уҡ уның 21 йәшлек иптәш ҡыҙына ла сәнсә. Енәйәтсе ҡалған таныштарын шаһит булараҡ юҡ итергә була. Был эштә уға Константин Сурков ярҙамлаша. Үлтерер алдынан 17 йәшлек ҡыҙҙарҙың береһен көсләйҙәр, аҙаҡ енәйәт эҙен юҡ итеү маҡсатында фатирға ут төртөп ваҡиға урынынан ҡасалар. Енәйәтселәрҙе бер нисә көндән Өфөлә ҡулға алалар.