Дәүләт советы ултырышында сығыш яһап Владимир Путин ил Хөкүмәтенә һәм Үҙәк банкка был мәсьәләне хәл итеү алымдарын табырға ҡушты. Баҙар механизмдары ярҙамында ғына торлаҡҡа ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә мөмкин тине Владимир Путин.Быйыл беренсе кварталда ғына Башҡортостанда 9 миллиард 290 миллион һумлыҡ 6 мең 563 ипотека кредиты бирелгән. Уҙған йылдың ғинуар-март айҙары менән сағыштырғанда, ипотека займдары һаны72 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Милли банкында белдерәләр. Ипотека кредитының уртаса ставкаһы йылына — 12,8 процент, кредитлау ваҡыты яҡынса 14 йыл.
Рәсәй Президенты ипотека буйынса процент кимәлен кәметеүҙе талап итә
Тулыраҡ: Рәсәй Президенты ипотека буйынса процент кимәлен кәметеүҙе талап итә