«Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм «Яңы эш башлаған фермер» программаларында еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды

Тулыраҡ: «Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм «Яңы эш башлаған фермер» программаларында еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды

Ике программа сиктәрендә 302 миллион һум яңы эш башлаған 114 фермер һәм 34 ғаилә малсылыҡ фермалары башлыҡтары араһында бүленде. Ауыл хужалығының төп йүнәлештәренән тыш, балыҡсылыҡ, еләк үҫтереү һәм үҫемлекселек буйынса проекттар ҙа грант алды. Республикала ауыл хужалығында тулайым продукцияның яҡынса 10 проценты, йәғни 15 миллиард һум самаһы фермерҙар өлөшөнә тура килә. Һуңғы биш йылда республикала бөтәһе меңдән ашыу яңы фермер хужалығы ойошторолған.