«Российская газета» Express баҫмаһы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, Британия ғалимдары «омикрон» штамын яңынан йоҡтороу хәүефе «дельта» менән сағыштырғанда 5,4 тапҡырға юғарыраҡ, ти белдергән.
COVID-19 менән ауырығандарҙың һаҡланыу кимәле ни бары 19 процент ҡына булыуын раҫлаған тикшереү һөҙөмтәләре әҙер. Һүҙ коронавирустың тап яңы варианты хаҡында бара.
Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Африка табиптары организмдың «омикрон» менән осрашҡанда барлыҡҡа килгән антиматдәләре «дельта» вариантынан да һаҡлауын асыҡлаған. Был COVID-19-ҙан һуң формалашҡан иммунитеттан дүрт тапҡырға көслөрәк.
Баҫма Америка ғалимдарының фекерен дә еткерә. «Омикрон» менән ауырығандар супер иммунитетҡа эйә булырға мөмкин, тип иҫәпләй улар. Бының өсөн прививка эшләтергә кәрәк.