Өфө «Нур» татар театры карантинға ябылды

Тамашасылар билеттарын кире тапшыра йәки, театр эшләй башлағас, спектаклдәргә килә ала.

«Нур» театрында 6 февралгә тиклем спектаклдәр булмай. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, ошондай ҡарар ҡабул ителде, сөнки актерҙарҙың күбеһе сирләй, — тип белдергән театрҙың матбуғат секретары Гөлшат Сафина. — Тамашасылар һатып алған билеттарын кире ҡайтара йәки яңынан ошо спектаклгә йә иһә алдан залда урындар булыу-булмауын асыҡлап, икенсе спектаклгә килә ала».

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башҡа театрҙар һәм мәҙәниәт учреждениелары ғәҙәти режимда эшләй.