Дөйөм алғанда, республиканың 445 мәктәбендә 2 267 класс карантинға ябыҡ.
Бөгөнгә Башҡортостанда мәктәп йәшендәге 3 329 бала COVID-19 менән сирләй.
«Республиканың бөтә мәктәптәрен карантинға күсереү мохтажлығы юҡ, — тине министр. — 63 муниципалитеттың 7-һендә генә сирле балалар 100-ҙән күберәк».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың ҡала-район хакимиәт башлыҡтары хәҙер мәктәптәрҙе һәм кластарҙы өйҙән уҡыуға үҙ ҡарары менән күсереү хоҡуғына эйә.
Башҡортостан балалар баҡсаларында 370 бала коронавирус инфекцияһы менән ауырый. Бынан тыш, урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында ла сирлеләр арта, тип өҫтәне Айбулат Хажин