Поликлиника һәм лабораторияларҙың эш графигы үҙгәрҙе

Илдә көнөнә 100 меңләп кеше коронавируслы инфекция йоҡтора. Башҡортостанда ауырыуҙарҙың 95 проценты сирҙе еңел үткәрә, дауаханаға һалыу мохтажлығы юҡ, пациенттарҙы дауалау буйынса бар көс поликлиникалар иңенә төштө. Табиптарға ярҙамға медуниверситет студенттары менән ирекмәндәр килде. Лабораториялар әлегә тиклем тәүлегенә 5-8 мең тест үткәрһә, хәҙер тестар һаны 35-38 меңгә етә.

Ошо сәбәпле дүшәмбе, 31 ғинуарҙан, ололар поликлиникалары яңы – сәғәт иртәнге һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем — эшләү графигына күсте. Ял көндәрһеҙ. Балалар поликлиникалары әлегә ғәҙәти режимда – сәғәт иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй.

ПЦР-тестты дәүләт дауаханаһында хәҙер сәғәт иртәнге 7.30 киске 19.30. тиклем тапшырырға мөмкин. Дәүләт лабораториялары тәүлек әйләнәһенә эшләү тәртибенә күсте.

Ҡағиҙәләр шул уҡ: әгәр ҙә үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ, тән температураһы юғары, өшөп ҡалтыранаһығыҙ икән 122 телефонына йәиһә үҙ поликлиникағыҙҙың регистратураһына шылтыратығыҙ. Табипҡа Госуслуги сайты аша ла яҙылырға мөмкин.

Табиптарҙың эшендәге көсөргәнешлекте кәметер өсөн диспансеризация һәм профилактик күҙәтеүҙәр кисектерелеп тора. Әммә профилле табиптар ҡабул итеүҙе туҡтатмай.

Ауырығанлыҡ танытмаһын, йәғни больничныйҙы, ситтән тороп астырып була. Әле был документты бер өйҙә йәшәгән туғандары ауырыған осраҡта ПЦР тест һөҙөмтәһе булмағандарға ла табипҡа бармайынса астырыу мөмкинлеген биреү сараһы күрелә.

Больничный бер аҙнаға асыла. Һауыҡҡас табипҡа күренеп ПЦР тест тапшырырға кәрәк. Элек ике тест кәрәк булһа, хәҙер берәү генә. Үҙегеҙҙе һаман насар тойһағыҙ табип больничныйҙы йәнә бер аҙнаға, артабан талап ителгәнсә оҙайта.

Табиптар үҙ ҡарамаҡҡа антибиотик, гормональ һәм вирустарға ҡаршы дарыуҙар ҡабул итмәүегеҙҙе үтенә. Уларҙың зарар килтереүе ихтимал.

Хәлегеҙ ҡатмарлаша, тын ҡыҫа, сатурация кимәле түбәнәйә икән —  табипты йәиһә ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ.