ДТРК студияһы менән Пекиндан «CGTN Русский» телеканалы алып барыусыһы бәйләнешкә сыҡты

«Интервью» программаһында Ҡытайҙа 2022 йылдың 4 февралендә старт биреләсәк Ҡышҡы Олимпия уйындары тураһында һүҙ барҙы.

«CGTN Русский» телеканалы хеҙмәткәрҙәре Пекин менән Чжанцзякоу ҡалаларын тоташтырған олимпия поезынан тура бәйләнеш ойоштороу тәҡдимен кинәнес менән ҡабул итте. Интервью теремек һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Хеҙмәттәшебеҙ Вань Юэ вагон-поезд менән яҡындан таныштырҙы, бында урынлаштырылған функциональ телестудияны күрһәтте, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

“Бынан тыш “Олимпиада 2022” барышында коронавируслы инфекция таралыуын иҫкәртеү һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында ла әңгәмә ҡорҙоҡ”, — тине “Башҡортостан” ДТРК тапшырыуҙарын алып барыусы Ғәлимйән Ибәтуллин.

«Интервью» программаһы «Башкортостан 24» каналы эфирында 2 февралдә 14 сәғәт 45 минутта сыға. Ҡабатлау 18 сәғәт 15 минутта.

Белешмә.

«CGTN Русский» “Ҡытай үҙәк телевидениеһының” рус телендә тапшырыусы халыҡ-ара телеканалы. Уның төп аудиторияһы — туған теле булараҡ рус телендә һөйләшкән йәиһә рус телен өйрәнгән телевизор ҡараусылар.

«CGTN-Русский» телеканалында тапшырыуҙар башланыу менән Ҡытай телерадиоһы сит илдәргә сит телдәрҙә тапшырыу ойоштороусылар араһында һәм сит телдәге айырым телеканалдар һаны буйынса абсолют лидер дәрәжәһенә өлгәште.