Коронавирус үпкә туҡымаһына үтеп инеү һәләтен юғалтҡан

Роспотребнадзор етәксеһе: “Коронавирус үпкә туҡымаһына үтеп инеү һәләтен юғалтҡан”, - тип белдерҙе. Был хаҡта Новости РМА хәбәр итте. “Коронавирус үпкә туҡымаһына үтеп инмәйенсә, йыш осраҡта, тын юлдарының үрге өлөшөн зарарлай”, - тине Анна Попова.

"Вирус даими үҙгәрештәр кисерә, был уға хас. <...>. Ул кеше организмына яраҡлашыуҙың иң уңайлы формаларын эҙләй. Дөрөҫ форма, иң яҡшы аминокислота составын табыу юлында вирустың үпкәгә үтеп инеү һәләтен тәьмин иткән рецепторы юҡҡа сыҡҡан", — тип аңлатты баш санитар табип.

"Омикрон" башлыса тын юлдарының үрге өлөшөндә туҡталып трахеит, балаларҙа бронхит барлыҡҡа килтерә.

“Сирҙең элеккесә ауыр формаларын тыуҙырмай. Әммә вирустың эҙемтәләре ниндәй ҡатмарлыҡтарға килтергәне тураһында әйтеүе әле ҡыйын. Уның килеп сығыуынан башлап бик аҙ ваҡыт үтте”, — тип иҫкәртте Роспотребнадзор етәксеһе. Шуға ла сирҙе йоҡтормауға бар тырышлыҡты һалырға кәрәк.

SARS-CoV-2-нең омикрон-штамы булараҡ билдәле B.1.1.529 мутацияһы тәүге тапҡыр үткән йылдың ноябрендә Ботсвана һәм Көньяҡ Африка республикаһында табылды. Ул S-аҡһымда күҙәнәктәрҙе зарарлар өсөн талап ителгән тиҫтәләгән үҙгәрештәргә килтерә. Ғалимдар фекеренсә, вирустың был төрө һаҡлаусы антиматдәләргә ҡаршы тороу һәләтенә эйә. "Омикрон" йөҙҙән ашыу илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә табылды.

Вакцинация — сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы, тип танылған. Әле ике доза менән рәсәйлеләрҙең 79,2 миллиондан ашыуы вакциналанған, коллектив иммунитет кимәле 64,4 процент, тип баһалана.