Ғибәҙәтханаларҙа сикләүҙәр индерелә

Башҡортостанда Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон республика ғибәҙәтханаларында коронавируслы инфекция таралыуҙы иҫкәртеү маҡсатында сикләүҙәр индерелеүе тураһында хәбәр итте.

Ошо хаҡтағы махсус күрәтмәләр Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм Өфө епархияһы порталдарында баҫылған.

Баш мөфтөй мәсеттәрҙә һәм башҡа дини учреждениеларҙа пандемия мәлендә тәртип ҡағиҙәләрен билдәләне. Мосолмандарҙың төбәк диниә назараты рәйестәренә һәм Үҙәк диниә назараты вәкилдәренә урындарҙа ошо ҡағиҙәләрҙе һәр кемгә еткереүҙе һәм Роспотребнадзор идаралығы һәм дәүләт власы органдары кәңәштәрен үтәүҙе тәьмин итеү йөкмәтелә.

Документта балалар һәм өлкәндәр өсөн йәкшәмбе мәктәптәрендә дәрестәрҙең дистанцион ысулын ҡулланыу әмәлен күрергә тәҡдим ителә. Мәсеттәр һәм мәхәлләләрҙең хакимиәт биналарында пандемия осоронда Шәриғәт һәм медицина талаптарына ярашлы тәртип ҡағиҙәләре тураһында белешмә таҡталарын элергә кәңәш ителә.

Мәсеттәргә, дини объекттарға, уҡыу бүлмәләренә, дини саралар үткәрелгән урындарға ингәндә ҡулдарҙы дезинфекциялау, битлек кейгәнде тикшереү, термометрия үткәреү, бүлмәләрҙе санитар эшкәртеүҙе ойоштороу талап ителә.

Өфө епархияһында ла сикләүҙәр индерелде. 27 ғинуарҙан йәкшәмбе мәктәптәре һәм йәштәр дини ойошмаларында күнегеүҙәр онлайн форматҡа күсерелде. Техник яҡтан бындай мөмкинлек юҡ икән — , дәрестәрҙе эпидемиологик хәл яҡшырғансыға тиклем кисектереп торорға ҡарар ителде.