Төндә аяҙлы-болотло була. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр. Һауа температураһы 3-8, аяҙытҡанда 10-15 градус һалҡын.
Көндөҙ күк болотло була. Епшек ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарға көрт һалыуы, боҙлауыҡ урынлашыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән 18 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы -4, +1 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында томан, күренгән арауыҡ 500 метрҙан кәм.