Аҡ Олимпиадала ҡатнашҡан яҡташтарға - уңыштар

4 февралдә Пекинда 24-се Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла. Быйыл Аҡ олимпиадала миҙалдарҙың 109 комплекты уйнатыла. Бобслей, шорт-трек, фристайл, трамплиндан саңғыла һикереү һәм сноуборд буйынса ярыштар программаһына яңы дисциплиналар индерелгән.

Һайлап алыу ярыштары һәм тест күнегеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса илдең Милли Олимпия командаһы составына Башҡортостандан 13 спортсы инде. Яҡташтарыбыҙ республика һәм ил данын биатлонда, бобслейҙа, шорт-тректа яҡларға әҙерләнә. Башҡортостан егеттәре һәм ҡыҙҙары шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең хоккей йыйылма составына алынған. Башҡортостан вәкилдәренең әлегә тиклем Ҡышҡы олимпия уйындарына ошондай күп һанлы иҫәптә барғаны булманы. Волга буйы федераль округында ла милли йыйылма командаға ингән спортсылар һаны буйынса Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә.