Башҡортостанда ковид-сирлеләр һаны буйынса абсолют антирекорд теркәлде

Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны абсолют антирекордҡа етте — үткән тәүлектә 1205 яңы осраҡ теркәлде, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Мәғлүм булыуынса, кисә республикала 982 кешелә ошо мәкерле сир асыҡланғайны.

Пандемия башынан Башҡортостанда бөтәһе 134,3 меңгә яҡын сирле теркәлгән.

«Әле 233 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың яртыһынан күбе — өлкән йәштәгеләр, 42-һе ауыр хәлдә. Ете меңдән ашыу кеше өйөндә табип күҙәтеүе менән дауалана, уларҙың 4 мең 900-гә яҡыны — 60 йәштән өлкәндәр», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһынан 18 кеше үлгән. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 4 мең 800-гә яҡын кеше COVID-19 ҡорбаны булған. Уларҙың 4 мең 100-ҙән ашыуы өлкәндәр.