Республикала «омикрондың» тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө табылды

Ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советында Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова: «Рәсәй Федерацияһында омикрон-штамдың ВА.2 төрөн йоҡтороу осраҡтары асыҡланған», - тип хәбәр итте.

«Рәсәйҙә ВА.3 линияһы асыҡланмаған, ВА.2 линияһына ҡараған күпселек осраҡтар Мәскәүҙә, Марий Эл Республикаһында, Ростов өлкәһендә һәм Башҡортостан Республикаһында теркәлгән», — тине ул.

Анна Попова әйтеүенсә, бер нисә илдәге мәғлүмәттәр был төрҙөң тағы ла нығыраҡ йоғошло булыуы хаҡында һөйләй.

Вакцинация сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы булып ҡала. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һүҙҙәренсә, ковид менән сирлеләр араһында вакцина яһатҡандар дүрт проценттан артмай, ауыр осраҡтар бик аҙ, стационарҙағы пациенттарҙың күбеһенең прививкаһы юҡ.