Быйылдан ҡанат юлын Өфөнөң электр транспорты идаралығы хеҙмәтләндерә. Идаралыҡ белгестәре әйтеүенсә, быйылғы миҙгелдә фуникулерҙы хеҙмәтләндереүҙә ысынлап та ҡатмарлыҡтар бар. Пенсионер-әхирәттәр Лилиә менән Римма ханымдар гел бергә йөрөй. Текә тауҙан хәрәкәт итеүе хәүефле –шуға ла өлкән йәштәгеләр бергә тотоношоп ҡына тауҙан төшә. Һәр береһенең ҡулында таяҡ- унан башҡа урыны менән 45 градус текәлеккә еткән һуҡмаҡтан төшөү мөмкин түгел.Баҡсаларға барыу өсөн фуникулер берҙән-бер юл. Артабан Катер йә паром менән йылғаның икенсе ярына сығырға кәрәк. Бында оҙаҡ йылдар эшләгән фуникулер түләүле булһа ла, социаль яҡтан аҙ тәъмин ителгән граждандар өсөн уңайлы. Быйыл фуникулерҙы хеҙмәтләндереү Өфөнөң электр транспорты идаралығына тапшырылған. Предприятие директоры әйтеүенсә, аҫылмалы ҡоролманың хәл итәһе мәсъәләләре бихисап. Өҫтәүенә быйыл 10 йыл һайын үткәрелергә тейешле мотлаҡ ремонт ваҡыты ла. Хәүефле объектта бар етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн бер-нисә ай ваҡыт үткән.Канат юлының әҙерлеген махсус комиссия ҡабул иткән. Әле ҡала хакимиәтендә унда йөрөү өсөн хаҡ күләме билдәләнә.
Бөгөн Өфөлә "Трамплин" туҡталышында канат юлы эшен башлай
Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә "Трамплин" туҡталышында канат юлы эшен башлай