Бөгөн – Пионерия көнө

Тулыраҡ: Бөгөн – Пионерия көнө

Был ойошма 1922 йылда төҙөлә һәм 1991 йылда, СССР тарҡалғас, бөтөрөлә.1921 йылда күп ҡала һәм ауылдарҙа йәш коммунистар ойошмалары барлыҡҡа килә башлай. 1922 йылдың 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1923 йылдың майында Өфөлә йәштәр союзының 1-се ҡала-район комитеты ҡарамағында пионер отряды ойошторола. 1923-сө йылдың 10 октябре Башҡортостан пионер ойошмаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Был көндө тәүге тапҡыр пионерға алыу тантанаһы үткәрелә. Республикала «Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһы 20 йылдан ашыу эшләй. Бөгөн унда яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә.