Дәүләт аттестацияһына әҙерлек барышында белешмәләр ойошторола

Башҡортостандандың Мәғариф һәм фән министрлығы БДИ һәм ТДИ әҙерлек сиктәрендә консультация көндәрен билдәләне.

“БДИ әҙерлек” һәм “ТДИ әҙерлек” бүлектәрендә дөйөм белем биреү ойошмаларын тамамлаусылар өсөн төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү программалары буйынса Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек белешмәләре башлана.

“Башҡортостанда электрон мәғариф” белем биреү порталында имтихандарға әҙерлек һәм тапшырыр өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр урын алды. Бар уҡыу предметтары буйынса Башҡортостан Республикаһы эксперттарынан онлайн-белешмә алыр өсөн һылтанмалар бирелгән. Ошо хаҡта Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Бар уҡыу предметтары буйынса онлайн-белешмәләр биреү 2022 йылдың 8 февраленән башлана. Аҙнаның һәр шишәмбе һәм кесаҙнаһы (график буйынса 2022 йылдың 8 февраленән 24 февраленә тиклем) сәғәт көндөҙгө өстән бишкә тиклем Берҙәм Дәүләт Имтиханына әҙерләнгәндәр өсөн, һәр шаршамбы һәм йома шулай уҡ сәғәт көндөҙгө өстән бишкә тиклем (график буйынса 2022 йылдың 9 февраленән 2 мартына тиклем) Төп Дәүләт Имтиханына әҙерләнгәндәргә белешмәләр биреү ойошторола. Консультацияларҙы Башҡортостан Республикаһының предмет комиссиялары рәйесе һәм эксперттар бирә.

Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсә, балаларҙың законлы вәкилдәре имтихандарға әҙерлек барышында ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙарын яҙып онлайн-консультация сәғәттәрендә бирергә, шулай уҡ БДИ электрон почтаһына — gia11@rcoi02.ru, һәм ТДИ электрон почтаһына — gia9@rcoi02.ru. адрестары буйынса һала ала.