Бер поликлиникала “Ҡабаттан ПЦР тест кәрәкмәй”, — тип яуап бирһәләр, икенсеһендә “Хәҙер ПЦР тестты ҡабатлап бер кем дә алмай, ә карантин автоматик ябыла”, — тип белдергәндәр.
Мәскәүҙәге коронавирус буйынса ҡыҙыу линия операторы “Мәғлүм булыуынса, ПЦР тест ҡабаттан 10-11-се көнгә алына, был турала ентекләберәк һеҙгә поликлиникала әйтерҙәр”, — тип яуап биргән. Икенсе оператор “ПЦР тестарҙы ҡабаттан алыу 24 ғинуарҙан туҡтатылды”, — тип белдергән. Әле агентлыҡ махсус аңлатма биреүҙе үтенеп Мәскәүҙең һаулыҡ һаҡлау департаментына һәм коронавирус менән көрәш буйынса оператив штабҡа мөрәжәғәт юллаған.
Әлегә тиклем Рәсәй президенты Владимир Путин коронавирус сирлеләр менән аралашҡандарҙың карантинға ебәрелмәүе тураһында белдергәйне. Уға тиклем Роспотребнадзор COVID-19 йоҡторғандар өсөн карантинды ике аҙнанан ете көнгә ҡалдырғайны. Ведомство етәксеһе Анна Попова белдереүенсә, «омикрон» таралғанда контактлы кешеләр өсөн карантиндың мәғәнәһе юҡ. “Был штамм тиҙ йоғошло, әммә COVID-19-ға хас ауыр кисерештәр һирәк”.