“Омикрондың” күренмәгән ҡурҡынысы

Америка табибы Свифт “омикрондың” йәшерен ҡурҡынысы тураһында иҫкәртте: уның менән зарарланыу хәүефе алты аҙнанан һуң арта. Йәғни, коронавируслы инфекцияны үткәргән кешеләр 45 көн үткәс йәнә сирҙең “омикрон” штамын йоҡторорға мөмкин.

Был хаҡта Minnesota Public радио эфирында Mayo клиникаһының вакцинация мәсьәләләре буйынса эксперты Мелани Свифт белдерҙе, тип РИА Новости агентлығы хәбәр итә.

Америка эксперттары тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, COVID-19 менән сирләп һауыҡҡандан һуң тәүге алты аҙнала ҡабаттан сир йоҡтороу осрағы бик һирәк. Шуға ла кешеләр үҙҙәрен ай ярым арауыҡта инфекциянан яҡланған, тип тоя ала.

Табип фекеренсә, COVID-19 үткәргәндәрҙең иммунитеты ғәҙәттә өс ай ҡаҡшамаҫ, тип һаналһа, омикрон-штамм барлыҡҡа килеү менән был ваҡыт ҡыҫҡарҙы. Свифт сирҙән һуң өс ай үткәс һәр кемдең, элек ниндәй штамм менән сирләүенә ҡарамаҫтан, ҡабаттан ауырыу хәүефе арта, тип билдәләй.

Йоғошло сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы булып вакцина ҡала. Һаулыҡ Һаҡлау министры Михаил Мурашко Рәсәй стационарҙарында дауаланған күпселек сирлеләрҙең прививка яһатмаған булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.