Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 88 йәш

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 88 йәшен билдәләй.

Ул 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1956 йылда нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Өфө дәүләт нефть университетында белем алғандан һуң, ҡулайлама начальнигы вазифаһына, 1986 йылда XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1989 йылда СССР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлана. 1990 йылдың мартында Мортаза Рәхимов Башҡорт АССР-ының халыҡ депутаты итеп һайлана һәм шул уҡ йылда республиканың Юғары Советы рәйесе вазифаһына күсә.

Ул Башҡортостандың Юғары Советына етәкселек иткән осорҙа республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә, Башҡортостан исеменән Федератив килешеүгә һәм уның ҡушымтаһына ҡул ҡуйыла. Башҡортостан парламенты республиканың Рәсәй Федерацияһы субъекты тигән статусын билдәләй. 1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостандың яңы Конституцияһына ҡул ҡуйыла.

1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа республика үҫеш импульсы алды. Төҙөлөш индустрияһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, юлдар һалынды, ауылдарға газ үткәрелде, шифахана-курорт комплексы яңынан төҙөлдө, бик күп спорт, мәҙәни ҡоролмалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, күперҙәр, юл үткәргестәр ҡоролдо.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улын 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлағанда юбилярҙың Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергәнен билдәләп үтте.

Мортаза Рәхимов Башҡортсотандың ике тиҫтә йылға яҡын етәкселек иткән тәүге Президенты булып тарихҡа инде, бөгөн дә ул төбәк тормошо менән әүҙем ҡыҙыҡһына.

«Башҡортостан» ДТРК Мортаза Ғөбәйҙулла улын тыуған көнө менән ҡотлап оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф һәм рух күтәренкелеге теләй.