«Коронавирус ябай ОРВИ яҫылығына күсә»

Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың төбәк идараһы етәксеһе Анна Казак республикала коронавируслы инфекция менән бәйле хәл тураһында хәбәр итеп «Коронавирус ябай ОРВИ яҫылығына күсә», - тип белдерҙе.

«Коронавирус буйынса хәл республикала көсөргәнешле ҡала, әммә һандар йәһәтенән генә. Сирҙең киҫкенлеге буйынса беҙ көсөргәнешлек күрмәйбеҙ. Үткән, өсөнсө уҡыу аҙнаһында, белем биреү йорттарының 600-ө карантинға ябылһа, бөгөн был күрһәткес үткән аҙнаныҡынан артыҡ түгел. Каникулдан һуң балалар сығып флораһын алмашты, сир таралыу проценты юғары күтәрелде. Был аҙнала күрһәткестең тотороҡланыуын күҙәттек – ауырыған балалар һаны артманы. Ҡайһы бер кластарҙа ете көнлөк карантин тамамлана, балалар бер-бер артлы дәрестәргә йөрөй башлай. Беҙ мәктәптәргә эпидемияға ҡаршы сараларҙың иртәнге фильтрын үтергә ярҙам итәсәкбеҙ», — тине Анна Казак.

Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре предприятиелар буйлап вакцинация барышын тикшереү рейдтарын дауам итә.

«Был йәһәттән хәл үҙгәрешһеҙ, яңы протоколдар юҡ, ете эш буйынса суд ҡарары көтөлә, — тип белдерҙе Анна Казак. – 4 февралдә баш санитар табиптың күрһәтмәһе сыҡты, уға ярашлы ҡайһы бер талаптар үҙгәрә. Улар үҙизоляцияға китеү, карантин һәм сирлеләрҙең һауыҡҡас эшкә сығыуына ҡағыла. Был беҙҙең әкренләп ғәҙәти респиратор ауырыу яҫылығына күсеүебеҙҙе дәлилләй. Тимәк, артабан да шулай дауам итһә, коронавируслы инфекцияны еңеүгә өлгәшербеҙ, тигән өмөт бар».