Уның һүҙҙәренсә, быға тиклем ике күрше республика башҡалалары араһында поезд йөрөгән, ләкин бәйләнеш туҡтатылған.
«Был башҡорт һәм татар халҡының милли биҙәктәре төшөрөлгән бик ҡыҙыҡлы поезд булмаҡсы. Рәсәй тимер юлдарындағы коллегаларға ҙур рәхмәт», – тине Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, 31 ғинуарҙа тимер юл транспортын үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев ошо проекттың эшләй башлауы тураһында хәбәр иткәйне.
«Юлға 15 сәғәт самаһы ваҡыт китә. Артабанғы маҡсат – юлдағы ваҡытты 12 сәғәткә ҡалдырыу. Быға тиклем ике республика араһындағы тимер юл бәйләнеше 21 сәғәт дауам иткән, халыҡ йөрөмәгәс, ябылған. Был поезды «тәгәрмәсле ҡунаҡхана» тип әйтергә мөмкин. Поезд Өфөнән кис көнө ҡуҙғала, иртәнсәк Ҡазанда була», — тип билдәләне Куйбышев тимер юлы начальнигы.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Өфө һәм Бәләбәй районы хакимиәттәре башлыҡтарына «Көнбайыш экспресы» пассажирҙарын автобустар менән тәьмин итергә ҡушты. 31 ғинуарҙа «Көнбайыш экспресы» тәүге рейсҡа сыҡты һәм Өфө менән Приютовоны тоташтырҙы.
Тиҙҙән Сибайға тиклем «Көнсығыш экспресын» ебәреү ҙә планлаштырыла.
Радий Хәбиров фекеренсә, Өфө тимер юл ҡулсаһы буйынса Рәсәй тимер юлдары менән берлектәге эш төп бурыс булып тора.
«Был бик ҙур проект, ул мотлаҡ бойомға ашыр», — тине республика етәксеһе.