“Вакциналау һөҙөмтәһендә сир еңелерәк үтә. Ауырыуҙар башлыса өйҙәрендә дауалана”, — тине Сергей Греков. Уның һүҙҙәренсә, башҡалала шулай уҡ 500-ҙән ашыу бала ковидтан прививка яһатҡан.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдереүенсә, Өфөлә вакцинация планы 100 процентҡа, тиерлек, үтәлгән. Санитар табип шулай уҡ күптәр өсөн ревакцинация үтеү ваҡыты еткәнен һәм уны кисектермәҫкә кәрәклегенә иғтибар итте.
Башҡортостан буйынса прививканы 2 234 951 кеше ҡаҙатҡан. Был вакциналарға планлаштырылған күләмдең 90 процентына яҡынлаша. Дөйөм халыҡ һанынан иһә 72 процент.