Бөтә райондарҙа социаль әһәмиәткә эйә объекттар эргәһен ҡарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән саралар 5 февралдә ойошторолдо. Ирина Сухарева белдереүенсә, уларҙа барыһы 250-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар иҫәбендә студенттар, йәштәр, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр бар.
“Эштәргә техниканың 12 берәмеге – тракторҙар, “КамАЗдар”, ҡар йыйыу машиналары йәлеп ителде. Ҡарҙан барыһы 15 биләмә таҙартылды, был поликлиника һәм дауаханалар тирәләй биләмәләр”, — тине Ирина Сухарева.
Киләһе шәмбе акцияны йәнә үткәрергә тәҡдим ителде. Ҡала мэры Сергей Греков “Ҡар фитнесы”нда ҡатнашыусыларҙы танылған тиҙ туҡланыу йорттары ҡайнар сәй, бутербродтар менән дәртләндерәсәк, тип ышандырҙы.