Башҡорт википедияһы ирекмәндәре асыҡ сараны Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан Мәскәүҙең «Викимедиа РУ» коммерция булмаған партнерлыҡ үҙәге, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, “Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы”, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән ойоштора.
Сығыш яһарға, фекер алышыуҙа ҡатнашырға теләгәндәр конференцияның виртуаль залына саҡырыла. Шул уҡ ваҡытта форумды YouTube-каналда күҙәтергә, һорауҙар бирергә мөмкин. Википедиясылар йыйыны тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — уны үткәреү көнө, ваҡыты, программаһы, сығыштар темаһы, ҡатнашыусыларҙы теркәү анкетаһы, видеотрансляция һылтанмаһы — форумдың махсус сәхифәһендә.