«Башҡортостан үҙенең фәнни мәктәптәре, бай академия һәм университет традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Тикшеренеү коллективтарының мөһим асыштары һәм хеҙмәттәре социаль өлкә, медицина, мәғариф, инновацион производство үҫешенә әүҙем йоғонто яһай. Фән һәм технологиялар йылы республиканың фәнни ҡеүәтен артабан күтәреүгә, һәләтле йәштәргә булышлыҡ итте. Беҙҙең донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең ҙур уңыштары Башҡортостандың конкурентлыҡҡа һәләтен нығытты, илебеҙ иҡтисадын үҫтереү өсөн яңы стимул булдыра».
Радий Хәбиров Башҡортостан университеттарының «Өҫтөнлөк-2030» Рәсәй вуздарына дәүләт ярҙамы программаһында еңеү яулауы тураһында ла әйтте.
«Федераль аҡса ярҙамында генетика, материалдарҙы өйрәнеү, фотоника, нанотехнологиялар өлкәһендә алты йәштәр лабораторияһы асылды. Республика конкурс нигеҙендә йыл һайын перспективалы тикшеренеү проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар бүлә. Яңы типтағы күп функциялы юғары уҡыу йорто — Өфө фән һәм технологиялар университеты булдырыла. Киләһе ике йылға республикала карбон полигондары эшмәкәрлеге программаһы уңышлы яҡланды. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары кампусы төҙөлөшө башлана. Йәштәр араһында ғалим һөнәренең абруйы арта. Йәш тикшеренеүселәр һәләттәрен күрһәтә, бында, тыуып үҫкән республикаһында, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә», — тиелә Башҡортостан Башлығының ҡотлауында.
Республика етәксеһе ғалимдарға фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, «фәнни һәм профессиональ үрҙәргә өлгәшеүҙәрен, республика, ил мәнфәғәте өсөн идеяларҙы һәм эштәрҙе уңышлы тормошҡа ашырыуҙы» теләне.