Өфөнөң 15 мәктәбендә уҡыу ғәҙәти тәртипкә күсте

Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм коронавирус менән ауырығандар күп булыуына ҡарамаҫтан, Өфөлә ковидҡа бәйле эпидемиологик хәл яйлап тотороҡлана.

Мәғлүм булыуынса, үткән аҙнала 21 мәктәп ковид йоҡтороу осраҡтарының артыуы сәбәпле ваҡытлыса дистанцион уҡыуға күскәйне.

«Беҙҙә ҡайһы бер мәктәптәр дистантта, ләкин бөгөндән 15 уҡыу йорто ғәҙәти эш тәртибенә ҡайта. Был беҙҙә эпидемиологик хәлдең яҡшыра башлауы тураһында һөйләй», — тип йомғаҡ яһаны мэр Сергей Греков.